ҠӘҘЕРЕН БЕЛ ᴴᴰ !

preview_player
Показать описание
Ҡәҙерен бел

Ҡартлыҡ ишек ҡаҡмаҫ элек
Йәшлегеңдең ҡәҙерен бел.
Ҡыҫҡа йәшлектең ғүмере,
Әйтерһең, өҙөлгән гөл.

Фәҡирлектәр килмәҫ элек
Байлығыңдың ҡәҙерен бел.
Эшләп тапҡан хәләл малың
Изгелекле булһын гел.

Мәшәҡәттәр килмәҫ элек
Буш ваҡыттың ҡәҙерен бел.
Бушҡа үткән ғүмер – зая,
Иҫеңдә тот шуны гел.

Ауырыуҙар килмәҫ элек
Һаулығыңдың ҡәҙерен бел.
Үҙ һаулығың – үҙ байлығың,
Ситтәргә ул кәрәк түгел.

Әжәл-үлем килмәҫ элек
Йәшәүеңдең ҡәҙерен бел.
Ошо биш ҡәҙерле нәмә
Һиҙҙермәйсә үтә гел…
Рәсимә Мостафина

ИСЛАМ ДИНЕ БУЙЫНСА ФӘҺЕМЛЕ ВИДЕОЯҘМАЛАР!

Беҙ социал селтәрҙә:

Vkontakte

Һорауҙар һәм яуаптар:

Рекомендации по теме