Мосолмандың икенсе мосолмандарға ҡарата ниндәй бурыстары бар?

preview_player
Показать описание
БЕҘ ХӘҘЕР ИНСТАГРАМДА:

ИСЛАМ ДИНЕНДӘ ҠӘРҘӘШЛЕК

Аллаһу Тәғәлә беҙҙе мосолман өммәтенән итеп, бер беребеҙгә ҡәрҙәш итте. Ул изге Ҡөръән Кәримдә Худжурат сүрәһендә әйтә:

"Ысынында, мөъминдәр бер береһенә ҡәрҙәштәр".

إِنَّمَا الْمُؤْمِنُـونَ إِخْوَةٌ

Пәйғәмбәребеҙ ﷺ хәҙисендә еткерелә:

"Мосолман мосолманға ҡәрҙәш, ул уны кәмһетмәй, ярҙамһыҙ ҡалдырмай, һәм дә ауыр хәлгә ҡалдырырға юл ҡуймай". (Мөслим)

Беҙ мосолман өммәтенән булыуыбыҙ - Аллаһу Тәғәләнең иң ҙур ниғмәте. Шуның өсөн беҙ Уға туҡтауһыҙ шөкөр итергә тейешбеҙ. Дини ҡәрҙәшлек, ҡан ҡәрҙәшлегенән дә бөйөгөрәк. Сөнки ҡан ҡәрҙәшлеге был донъяла ғына, ә дини ҡәрҙәшлек был донъяла ла һәм әхирәттә лә.

Әбү Хурәйра (رضي الله عنه) еткерелә, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйткән:
"Мосолмандын икенсе мосолманға биш бурысы бар: сәләм биреүгә яуап ҡайтарыу, ауырыған ваҡытта уның хәлен белеү, уны ерләү, ул өндәшкәндә яуап ҡайтарыу һәм сөскөргән ваҡытта "Аллаһтың рәхмәте һиңә булһын" -тип уның өсөн доға ҡылыу. (Бухари, Мөслим).

Ҡәрҙәшеңә был донъяла күпме ярҙам итәһең, шулай уҡ Аллаһ Тәғәлә һиңә был донъяла ла, әхирәттә лә ярҙам итә. Әмин.

Рекомендации по теме
Комментарии
Автор

Үә ғәләйкүм әс сәләм үә рәхмәтүллаһи үә бәрәкәтуһ

АлиАлиев-йщм
visit shbcf.ru