Ирек Нугуманов - Илүзәм

preview_player
Показать описание
Ирек Ноғманов - Илүзәм
(Айрат Сөләймәнов көйө һәм һүҙ.)
Рекомендации по теме
Комментарии
Автор

Күңелемдә минең бергенәм,
Йөрәгемдә минең бөрлөгән,
Ҡояштай йылмайып ҡара әле,
Мөхәббәтем минең Илүзәм.

Аҡҡан һыуҙарҙан, аҡ бурандарҙан
Һине эҙләйем мин, һине һағынам.
Ишетәһеңме мине, Илүзәм?

Һинең өсөн генә гөлдәр ҙә
Япраҡ ярып сәскә аталыр.
Болонда һайраған ҡоштар ҙа
Һинең өсөн генә һайрайҙыр.

Аҡҡан һыуҙарҙан, аҡ бурандарҙан
Һине эҙләйем мин, һине һағынам.
Ишетәһеңме мине, Илүзәм?

Һиңә тағы мин киләм әле
Ғармунымда уйнап йырларға,
Алһыу биттәреңдән иркәләп.
Бөҙрә сәстәреңдән наҙларға.

Аҡҡан һыуҙарҙан, аҡ бурандарҙан
Һине эҙләйем мин, һине һағынам.
Ишетәһеңме мине, Илүзәм?

iamilia
Автор

В деревне Аюпово БАССР cоседка была Илузə !❤❤❤

Stefan-lu
Автор

Илүзә һыуға батты микән, әллә буранда аҙашып ҡалды микән

бүре-эн