filmov
tv
На 2 марта 5/ Гөлсинә Мөхтәрәм ҡыҙы Матҡулованы ҡотлайбыз!

Показать описание
Хөрмәтле Башҡортостан 24 каналы хеҙмәткәрҙәре, һеҙҙең тапшырыу аша һөйөклө кешебеҙҙе, әсәйебеҙҙе 65 йәшлек күркәм ғүмер байрамы менән ҡотлап китергә рөхсәт итегеҙ, тип башланып китә сираттағы хат юлдары.
Әсәйебеҙ – Гөлсинә Мөхтәрәм ҡыҙы Матҡулова, 1954-се йылдың 1-се мартында Илеш районы Иҫке Татыш ауылында донъяға килә. Актаныш урта мәктәбен тамамлағас, Алабуға педагогия институтының татар теле һәм әҙәбиәте факультетына уҡырға инә. Ситтән тороп белем ала. Хеҙмәт юлын Илеш районы Тыпый ауылы урта мәктәбендә башлай. Ошонда беҙҙең атайыбыҙ – Фирҙәүес Хәмит улы Матҡуловты осратып, Үрге Йәркәйҙә матур тормош ҡороп ебәрәләр. Мөхәббәт емештәре Гөлназ менән Алмазға ғүмер бүләк итәләр.
Әсәйебеҙ бик уңған, тырыш, баҡсала еләк-емеш, йәшелсә үҫтерергә ярата. Беҙҙе, балаларын да эшһөйәр итеп тәрбиәләргә тырышты. Уҡыусылары, бергә эшләгән хеҙмәттәштәренең хөрмәтен яулаған кеше әсәйебеҙ.
Ҡәҙерлебеҙҙең ғәжәйеп ярҙамсыллығын һәм кешелеклеген күреп, үҙендә күпме ихтыяр көсө, ныҡлыҡ, рух, сәм барлығына ғәжәпләнәһең дә, һоҡланаһың да. Ҡәҙерлебеҙҙе матур байрамы менән ҡотлап, алдағы тормошонда ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, күңел тыныслығы, барлыҡ өмөт-хыялдарының тормошҡа ашыуын теләйбеҙ.
Әсәй! Һиңә ниндәй генә изге теләктәр әйтһәк тә аҙ булыр кеүек. Беҙҙең өсөн әле һаман, балам, тип өҙөлөп тораһың. Мәрхәмәтлегең, яҡты сырайың, беҙҙең өсөн хафаланып, изге доғаларыңды уҡып торғаның өсөн мең-мең рәхмәт һиңә. Хоҙай һиңә сәләмәтлек бирһен, атайыбыҙ менән бергә бәхетле тигеҙ ғүмер итегеҙ, тип теләй юбилярҙың балалары. Хөрмәтле, – Гөлсинә Мөхтәрәм ҡыҙы, хәҙер яңғыраясаҡ йыр һеҙҙең өсөн. Уны тормош иптәшегеҙ – Фирҙәүес Хәмит улынан, ҡыҙығыҙ Гөлназ, улығыҙ Алмаз, киленегеҙ Ильнара, кейәүегеҙ Илдар һәм ейәндәрегәҙ Альберт, Асҡар, Искәндәр, Марсельдан ҡотлау сәләме тип ҡабул итегеҙ.