Томан (башҡорт халыҡ йыры) Bashkir folk song fog music from Bashkortostan башкирская музыка песня

preview_player
Показать описание
Иртә лә томан, кис тә томан,
Был томанҡайҙарга ни булған?
Тауға ла менеп, ташҡа баҫып,
Һин ҡарарһың, йәнем, мин булмам.

Бишмәтеңдә һинең биш төймә,
Шул бишмәткәйеңде күп кеймә.
Кисен генә ятһаң, иртән торһаң,
Һағынырһың мине, мин булмам.

Саҡыра ла кәкүк, һайрай былбыл,
Талдар араһында ҡағынып.
Ауырып та ятып һарғайманым,
Мин һарғайҙым һине һағынып.
Рекомендации по теме