Идрис Газиев - Ашығамын

preview_player
Показать описание
Иҙрис Ғәзиев - Ашығамын
(С.Низаметдинов муз., Г.Юнысова һүҙ.)
Рекомендации по теме
Комментарии
Автор

Ашығамын, кешеләргә әйтә торған һүҙҙәрем бар,
Ашығамын, алдарымда артылаһы үрҙәрем бар.
Айырмаһын йырҙарымдан, күпме килер ҡулдарымдан,
Ашығамын, ашығамын, туҡтатмағыҙ юлдарымдан!

Ишетәһе моңдарымды - ишетәйем тиҙерәк тим,
Күпме әле күрәһем бар, күрәйемсе күберәк тим.
Айырмаһын йырҙарымдан, күпме килер ҡулдарымдан,
Ашығамын, ашығамын, туҡтатмағыҙ юлдарымдан!
Ашығамын, ашығамын, туҡтатмағыҙ юлдарымдан!

Көтһөн мине ярһыу яҙым, көтһөн мине алтын көҙөм,
Тейерҙәргә тиһен ине ваҡытында изгелегем.

iamilia