filmov
tv
«Ән-Наср» сүрәһе©t.me/iglyam#ҡөрьән_иғләм

Показать описание
▪️«Ән-Наср» сүрәһе▪️
1️Аллаһтың ярҙамы һәм еңеү килгәс,
2️һәм кешеләрҙең Аллаһ диненә төркөм-төркөм инеүҙәрен күргәс,
3️Раббыңды маҡтап данла һәм Унан ярлыҡау һора. Дөрөҫлөктә, Ул - тәүбәләрҙе ҡабул итеүсе!
☑️ Аллаһ Тәғәлә Үҙенең Рәсүлен ﷺ изге хәбәр менән ҡыуандыра. Был сүрәлә ниндәй изге хәбәр тураһында һүҙ бара? Ул - Аллаһтың Пәйғәмбәргә ﷺ күрһәткән ярҙамы һәм Мәккәне яулап алыу. Ошо хәлдән һуң кешеләр төркөмләп-төркөмләп Ислам ҡабул итә башлай. Аллаһтың вәғәҙәһе хаҡҡа сыға: Пәйғәмбәрҙең ﷺ дошмандары ярҙамсыларына әйләнә.
Был сүрәлә ике нәмә хаҡында алдан хәбәр ителә.
1️⃣ Аллаһтың дине һәр ваҡыт еңеү менән бергә барасаҡ. Аллаһты маҡтау һәм гел генә ярлыҡау һорап доға ҡылыу иһә еңеү яулауҙы еңеләйтәсәк.
Раббыларының һүҙе дөрөҫ булыуына мөьминдәр хаҡ хәлифтәр идара иткән ваҡыттарҙа ла, унан һуң да инана. Ислам - күп төрлө диндәрҙең береһе генә. Әммә Аллаһтың ярҙамы был дингә кисекмәҫтән килә. Сөнки ул - берҙән-бер хаҡ дин. Бөтә донъянан кешеләр Ислам ҡабул иткән һәм әле лә ҡабул итә. Мосолмандар ҡаҡшамаҫ ҡеүәтле була. Күптәре Аллаһҡа буйһонмай башлағас ҡына, араларында ҡаршылыҡтар, аңлашылмаусанлыҡтар килеп тыуа. Нисек кенә булмаһын, мосолман өммәте һәм Ислам дине һәр ваҡыт Аллаһтың мәрхәмәте аҫтында. Уның мәрхәмәте шул тиклем киң, беҙ уны күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ.
2️⃣ Раббыбыҙ Пәйғәмбәренә ﷺ был донъялағы ғүмере ахырына яҡынлашыуын хәбәр итә.
Аллаһ Рәсүле ﷺ данлы тормош кисерә. Хатта Аллаһ уның ғүмере менән ант итә:
«Һинең ғүмерең менән ант итәм! Улар иҫерек килеш аҙашып йөрөй»
(әл-Хиджр, 72)
Раббыбыҙ хаҡ динлеләрҙең бөтәһенә лә ғүмерҙәрен намаҙ, йә хаж ваҡытында ярлыҡау һорап тамамларға әмер иткән. Пәйғәмбәргә ﷺ Аллаһты маҡтарға һәм кисереү һорарға бойороҡ төшөрөлә. Тимәк, уның һуңғы көндәре яҡынлашып килә. Һәм Мөхәммәд пәйғәмбәр ﷺ Раббыһы менән осрашыуға әҙерләнергә тейеш. Ул ﷺ ошо аятта төшөрөлгәнгә буйһоноп, намаҙҙар ваҡытында киләһе һүҙҙәрҙе һәр ваҡыт ҡабатлай:
«Йә Аллаһ! Пакһың Һин! Раббыбыҙ! Маҡтау Һиңә! Йә Аллаһ! Ғәфү ит мине!»
Ул ﷺ был һүҙҙәрҙе рукуғта һәм сәждәлә йыш ҡабатлар булған.
(Әс-Сәғди тәфсиренән)
#ҡөрьән_иғләм